Бөгөн учреждение алдында республика етәкселеге ҡатнашлығында байрам сараһы уҙғарылды. Унда күренекле актер, кинорежиссер Борис Токарев та саҡырылғайны. «Ике капитан» романы буйынса төшөрөлгөн кинотаҫмала төп ролде башҡарған артист Башҡортостандың билдәле шәхестәре тураһында документаль фильм төшөрөргә ниәтләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Киләһе йыл Өфө үҙәгендә – Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы алдында – сквер ойоштороласаҡ. Күләмле төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре планлаштырылған. Ә әлегә биләмәлә илаһи моң ағыла.
Быйыл Арктиканы өйрәнгән данлыҡлы сәйәхәтсе Валериан Альбановтың тыуыуына - 140, гидрограф, ҡотопсо Георгий Седовтың тыуыуына 145 йыл тула. Шулай уҡ совет яҙыусыһы Вениамин Кавериндың да 120 йыллығы билдәләнә. Ҙур юбилей даталарын ҡаршылауҙа республика етәкселеге лә ҡатнашты. Сараға махсус ҡунаҡ - «Ике капитан» фильмында төп геройҙы уйнаған актер ҙа саҡырыла.
«Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә». Радий Хәбиров был алтын һүҙҙәрҙең легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың «Салауат вариҫтары артҡа сигенмәй» девизы менән ауаздаш булыуын билдәләне. Ҡотопто өйрәнеүселәрҙең күбеһе тап Башҡортостандан сыҡҡан, шуға күрә былтыр майҙа асылған музейҙың да үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Был аҙнала учреждение ун меңенсе кешене ҡабул иткән. Бәхетле билет 16-cы гимназия уҡыусыһы Матвей Ступниковта булған. Сара сиктәрендә үҫмергә махсус бүләктәр тапшырылды. Музейҙың Өфө буйлап йөрөгән экскурсия автобусы маршрутына индерелеүе лә ҙур ҡаҙаныш.
Радий Хәбиров менән Борис Токарев ҡотопсолар музейында экскурсияла булды. Бөгөн төп һәм ғилми-эҙләнеү фондында ике йөҙҙән ашыу экспонат һаҡлана. Арктика тематикаһына арналған китапханала ярты меңгә яҡын китап һәм альбом булыуы билдәле. Сара сиктәрендә Вениамин Кавериндың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан махсус күргәҙмә лә ойошторола. «Ике капитан» романы тураһында бай мәғлүмәт туплана.
Борис Токарев үҙенең «Дебют» студияһында оҙаҡ йылдар инде «Ер тоҙо» тип исемләнгән документаль фильм төшөрөү менән мәшғүл. Проект Рәсәйҙең данлыҡлы шәхестәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Сара сиктәрендә 16-сы гимназия уҡыусылары менән осрашыу ҙа үтте. Был осраҡлы түгел. Сөнки ҡотопсолар музейы белем усағын шефлыҡҡа алған. Үҫеп килгән быуын тарих менән ҡыҙыҡһына, төрлө эҙләнеү эштәре алып бара. «Ике капитан» фильмының тәүге серияһын ҡарағандан һуң да һәр кем романды алып уҡырға теләк белдерҙе.
Гөлназ Хәйбулина




