Вәзәмдәр – үҙҙәре бер әҙәмдәр

Ошондай исем аҫтында Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы сағыу хәйриә концерты ойошторҙо. Һәүәҫкәр артистар эстәлекле, моңло йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән район мәҙәниәт һарайында сығыш яһап, концерттан йыйылған аҡсаны мәсет төҙөлөшөнә йүнәлтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Район мәҙәниәт йорто фойеһында үҙенсәлекле күргәҙмә. Ябай ауыл тормошон, уның кешеләрен йәш фотограф Дарья Жукова һынландырған. Махсус фотокүргәҙмәне ул Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡының ихласлығына илһамланып әҙерләгән.

Вәзәмдәрҙең тормошо - ҡыҙығырлыҡ. Урындағы халыҡ “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, Бәләкәй Арыҫланғол ауылында егәрле һәм тормошто һөйөүсе кешеләр йәшәгәнлеген дәлилләй. Хәйриә концертына ла улар етди әҙерлек менән килгән.

Байгилдиндар ғаиләһе дәртле “Һунарсы балаһы” бейеүен башҡарһа, Илүзә һәм Гөлфиә Хунафиналар моңло йырын бүләк итте. Хәйриә концертында Бәләкәй Арыҫланғолдар бар яҡтан да һәләттәрен күрһәтте. Сараға йәм һәм рух өҫтәп “Моңдарья” халыҡ инструменттары ансамбле башҡарыуында башҡорт көйҙәре яңғыраны.

Хәйриә концертына килгән һәр кем изге Рамаҙан айында мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индерҙе. Дәртле концерт номерҙары ҡарап, күңеленә дәрт, рух күтәренкелеге алды.

Фото №1 - Вәзәмдәр – үҙҙәре  бер әҙәмдәр

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ