Республика Юғары суды экстремистик структура эшмәкәрлеген ойошторғаны өсөн төбәктә йәшәүсе ирҙе шартлы рәүештә 4 йыл ярымға иркенән мәхрүм иткән. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 44 йәшлек ир Өфөлә һәм Өфө районында Рәсәйҙә тыйылған «Әт Тәҡфир Вәл Һижрә» халыҡ-ара дини ойошмаһының бүлексәһен булдырған.
Гөлдәриә Йосопова




