Мас-рестлинг буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты еңеүселәре Өфөгә ҡайтты

Республика вәкилдәре ярышта төрлө дәрәжәләге тиҫтәгә яҡын миҙал яуланы. Егеттәр араһында Евгений Мызгин, Урал Тойғонов һәм Илсаф Ғабдрахманов уңыш ҡаҙанһа, ҡыҙҙарҙан Милена БулудЯндың сығышы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Сөнки уға ярыштарға әҙерләнеү өсөн спарринг-партнер табылмаған.

Шуға ла яҡташыбыҙ үҙ көсөн егеттәр менән һынаған. Әле спортсылар был аҙнала Ҡазанда уҙасаҡ Рәсәй чемпионатына әҙерләнә. Унда илдең өс тиҫтәгә яҡын төбәгенән 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Еңеүсе таяҡ тартышыусылар быйыл йәй Саха республикаһында уҙасаҡ донъя чемпионатында сығыш яһау хоҡуғын ала.

Фото №1 - Мас-рестлинг буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты еңеүселәре Өфөгә ҡайтты
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ