Уның барышында юл ҡағиҙәһен боҙған водителдәр туҡтатыла. Мәғлүмәт базаһынан уларҙың бурыстары бармы, юҡмы икәнлеге тикшерелә. “Йыл башынан штраф түләргә онотҡан 2 мең 300 автоһәүәҫкәр яуапҡа тартырылды”, - ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров.
Түләнмәгән штрафтар тураһындағы мәғлүмәтте Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға була. “Штраф” операцияһы 22 апрелгә тиклем дауам итә.







