Республика Хөкүмәтендә санкция шарттарында иҡтисадҡа ярҙам сараларының беренсе пакеты әҙерләнгән. Уға ярашлы, 55 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Аҡса яҙғы баҫыу эштәрен һәм ураҡты һөҙөмтәле башҡарыу өсөн йүнәлтелә. Иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов һөйләй.
Республиканың бөтә райондарында ла яҙғы баҫыу эштәре башланды. Быйыл сәсеүлектәр 3 миллион гектарға еткерелә.







