Башҡортостанда “ZaРоссию” тигән музыкаль-патриотик фестиваль ойошторола

22 апрелдән 1 майға тиклем республиканың һәр районы һәм ҡалаһында ижади коллективтар ҡатнашлығында концерттар ҡуйыла. Өфөләге тамашала Мәскәүҙән рок йырсылары сығыш яһай. Сибай, Күмертау, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Бөрө ҡалалары, Үрге Ҡыйғы ауылында концерттарҙа республика эстрадаһы артистары ҡатнаша. Өфөлә музыкаль-патриотик фестиваль “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙанда ойошторола. Шуға 22 апрелдә Мәжит Ғафури, Зәки Вәлиди урамдарының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.

Фото №1 - Башҡортостанда “ZaРоссию” тигән музыкаль-патриотик фестиваль ойошторола
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ