Законға ярашлы, йәшел зонаға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына автомобиль ҡуйыусы граждандарға ҡарата административ протокол төҙөлә. Ҡағиҙә боҙоусыларҙың машинаһының дәүләт номеры, автомобиль урынын иҫбатлаусы фотолар адмиинстратив комиссияға ебәрелә, ти Өфөнөң Киров районы буйынса йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторы Марат Хәмитов.
Йыл башынан газонда машина ҡалдырыуға бәйле меңгә яҡын осраҡ теркәлгән.







