Бөгөн Рәсәйҙә Донор көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә “Автомотодонор” сәфәре һәм ҡан тапшырыу акцияһы ойошторолдо. Унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Республика ҡан тапшырыу станцияһының бүлек мөдире Артур Мусин һөйләй.
Өфөнән Жамиға Борханова “Рәсәйҙең почетлы доноры исеменә лайыҡ. Ул 58 тапҡыр ҡан тапшырған. Бөгөнгө акциянан да ситтә ҡалмаған.
Надежда Фоменко үҙ ғүмерендә 244 тапҡыр ҡан тапшырған. Бөгөнгө сарала уға Рәхмәт хаты бирелде.
Ҡан тапшырыу акцияһында “Юлдаш” радиоһынан коллегаларыбыҙ ҡатнашты. Өфөлә Республика ҡан тапшырыу станцияһы эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө бергә тиклем эшләй. Стәрлетамаҡ, Окябрьский, Бөрө, Белорет, Нефтекама, Күмертау, Сибай ҡалаларында филиалдар бар.




