Бөгөн "Рәсәй -мөмкинлектәр иле" ойошмаһы ултырышында ил башлығы Өфө эшҡыуары Марат Нәсхетдиновтың проектына хуплау белдерҙе. Эшҡыуар әйтеүенсә, киләсәктә хәләл продукция етештереү менән шөғөлләнеү планлаштырыла. Владимир Путин белдереүенсә, хәләл ризыҡҡа мотлаҡ ихтыяж була. Ул эшҡыуарға уңыштар теләне һәм ҡыҫтыбыйҙы Мәскәүгә, үҙенә алып килеү мөмкинлеген хаҡында ҡыҙыҡһынды. Марат Нәсхетдинов, президент өсөн берәй әмәлен табырбыҙ, тип яуап бирҙе.







