Объектты элекке ашхана урынында төҙөү күҙаллана.
Был турала бөгөн республика башлығының уҡыу йорто коллективы менән осрашыуында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был осрашыуҙы ойошторорға ул үҙе тәҡдим иткән. Һөйләшеү йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Студенттар республика етәксеһенә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Радий Фәрит улы үҙ сиратында йәш көстәргә ҙур өмөттәр бағлауҙарын һәм илдең киләсәге тап уларҙың ҡулында булыуын белдерҙе. Әле беҙ ҡатмарлы шарттарҙа йәшәйбеҙ, коронавирус пандемияһы, Украиналағы махсус операция менән бәйле сикләүҙәр индерелеүе глобаль үҙгәрештәргә килтерҙе. Беҙгә йәштәрҙең фекерен белеү мөһим, сөнки барлыҡ һынауҙарҙы беҙ бергә үтергә тейешбеҙ, тине Радий Фәрит улы. Осрашыуҙарҙы башҡа уҡыу йорттары студенттары менән дә уҙғарыу планлаштырыла.
Радий Хәбиров Хоҡуҡ институтының эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш. Республика башлығының 14 йыл ғүмере ошо уҡыу йорто менән бәйле, бында ул юғары юридик белем ала һәм кафедра ассистентынан директорға тиклем юл үтә. Хоҡуҡ институтында күп кенә объекттар тап Радий Фәрит улы етәкселегендә сафҡа индерелә.
Бөгөнгө осрашыуҙа ла матди-техник базаны нығытыу, инфраструктураны яҡшыртыу темаһы күтәрелде. Яңы уҡыу корпусы төҙөү ҙә тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде. Заманса бина белем биреү сифатын күпкә яҡшыртыр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова




