Бөгөн Өфө эшҡыуары Марат Нәсхетдинов Aibat hallyar проектын Рәсәй Президентына тәҡдим итте. Йүнсел билдәләүенсә, «Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары» конкурсы ярҙамында ул ил кимәленә сыҡҡан.
«Беҙҙең өләсәйҙәр рецебы буйынса бешерелгән ҡыҫтыбайҙар өсөн урындағы продукция ҡулланыла. Эре туҡланыу селтәрҙәре Рәсәйҙән киткән ваҡытта ла, бер кем дә ас ҡалмаясаҡ», – тине Башҡортостан эшҡыуары. Владимир Путин хәләл продукцияһы һәм проект исеменең тәржемәһе менән ҡыҙыҡһынды
Ул шулай уҡ башҡорт ҡыҫтыбайын тәмләп ҡарау өсөн Мәскәүгә килтереү мөмкинлеге тураһында һорашты.




