Заманса медицина ҡаҙанышы төпкөлгә

Башҡортостанда «сәләмәтлек поезы» акцияһы дауам итә. Ике көн дауамында табиптар Салауат районы Арҡауыл ауылында ла эшләне. Халыҡтың Өфө табиптарында тикшереү үтеүен БЮТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.

Күҙ микрохирургияһында махсуслашҡан табип Ринат Йәмғетдинов «сәләмәтлек поезында» халыҡты ҡабул итте. Күҙҙең тамырына бағыу менән ул ауырыуҙың сәбәбен билдәләй. Шуға төпкөлдәге халыҡ уға күренеп ҡалырға тырыша.

Арҡауыл табип амбулаторияһы нигеҙендә «Сәләмәтлек поезы» ике көн эшләне. Табиптар бер юлы 10 ауыл халҡын ҡабул итте. Пациенттарҙың уңайлығы өсөн төпкөлдән автобус сәфәрҙәре ойошторолдо.

Күҙ табибынан тыш, халыҡ стоматолог, мамолог һәм гинекологҡа күренде. Күсмә поликлинакала флюрография, кардиограмма үтеү мөмкинлеге булдырылды. Ҡан һәм башҡа төрлө анализдар алынды. Ғөмүмән сәләмәтлек поезы төрлө ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә, ти Арҡауыл табип амбулаторияһы терапевы Ришат Зыятдинов. Һуңғы осорҙа коронавирус үткәреү һөҙөмтәһендә шәкәр ауырыуы йышайған.

Ике көн эсендә Арҡауылда 200-ҙән ашыу кеше тикшереү үтте. Табиптарға ваҡытында күренеп ҡалыу, ауырыуҙы иртәрәк асыҡлау, тимәк, ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре тигән һүҙ.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы сәләмәтлек поездары өсөн 6 маршрут билдәләгән.Табиптар Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет йүнәлешендә эшләй. Акция заманса медицина ҡаҙаныштарын төпкөлдәге халыҡҡа күберәк еткереү мөмкинлеге бирә, ти аҡ халатлылар.

Фото №1 - Заманса медицина ҡаҙанышы төпкөлгә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ