Башҡортостанда хужалары булған эттәрҙең иҫәбе алынасаҡ

«Тормош өсөн» тип исемләнгән зооһаҡсылар төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары был эште киләһе ике-өс айҙа атҡарып сығырға ниәтләй. Шулай уҡ берләшмә ағзалары Өфөгә яҡын районда берәҙәк эттәрҙе даими тотоу урыны ойоштороу теләге менән яна. Пландар ҙур ҙа бит. Тик уларҙы нисек тормошҡа ашырырға? Яңы ғына булдырылған ойошма башланғысы менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡыҙыҡһынды.

Өфөлә көн һайын махсус хеҙмәттәр тарафынан тиҫтәләп берәҙәк эт аулана. Хайуандар шунда уҡ приютҡа оҙатыла. Әммә бында улар ваҡытлыса ғына тотола, артабан йәнә иреккә, шул уҡ мөхиткә ебәреләләр. Белгестәр билдәләүенсә, хәүеф кәмемәй. Хужаһы юҡтар кешегә ташланған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Эвтаназия иһә күптән тыйылған.

Берәҙәк эттәр өсөн даими йәшәү урыны - приют талап ителә. Был турала Башҡортостан зооһаҡсылары журналистар менән осрашыуҙа билдәләне. Ҡануниәткә үҙгәрештәр индереп, башланғысты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә генә тормошҡа ашырырға мөмкин.

Берәҙәк эттәр приютта хужа табылғансы, йә ғүмерлеккә ҡалырға тейеш. Сөнки уларҙы яңынан иреккә сығарып ебәреү гуманһыҙ күренеш, кешеләр өсөн дә хәүефле.

Айһылыу Ғиззәтуллина, «Тормош өсөн» зооһаҡсылар төбәк ойошмаһы рәйесе

«Тормош өсөн» зооһаҡсылар йәмәғәт ойошмаһы етәкселеге журналистар менән осрашыуҙа мотлаҡ рәүештә хужалы эттәр араһында иҫәп алыу үткәреү кәрәклеген дә билдәләне. Сөнки күп осраҡта кешеләрҙең яуапһыҙлығы, битарафлығына бәйле хайуандар урамға сығарып ташлана. Халыҡҡа был күренештең кире эҙемтәләре тураһында аңлатыу эше ойоштороу мотлаҡ.

Алдағы ике-өс айҙа хужалары булған эттәрҙең иҫәбен алыуҙы ойошторорға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта муниципалитеттарҙа ойошманың бүлексәләре асыла. Был эшкә ирекмәндәрҙе саҡырабыҙ. Граждандарға анкета һорауҙарына яуап биреү талап ителәсәк. Республикалағы йорт хайуандары тураһында дөйөм база тупланырға тейеш.

Анастасия Лушникова, «Тормош өсөн» зооһаҡсылар төбәк ойошмаһы рәйесе

Былтыр берәҙәк эттәрҙең иҫәбен алыу башланғысы менән Татарстанда ла сығыш яһағайнылар. Тик ҡарауһыҙ ҡалғандарҙың теүәл һанын белеү проблеманы тулыһынса хәл итмәҫ, күрәһең. Даими йәшәү урыны булдырғанда ла, приютҡа барыһын да һыйҙырыу мөмкин түгел. Ни тиһәң дә, меңәрләгән эт бөгөн урамда хужаһыҙ йөрөй. Контролде көсәйтеүҙән бигерәк халыҡ та киҫкен мәсьәләгә аңлап ҡарарға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда хужалары булған эттәрҙең иҫәбе алынасаҡ
Выборы 2026

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ