Бер донор өс кешенең ғүмерен ҡотҡара. Бөгөн Рәсәйҙә милли донор көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә «Автомотодонор» сәфәре һәм ҡан тапшырыу акцияһы ойошторолдо. Унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Йәмиға Борханова – Рәсәйҙең Почетлы доноры. Ҡан тапшырыу уның өсөн үҙе батырлыҡ. Шуға ла кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа, ауыр хәлдәге сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа минең дә өлөшөм ҙур, тип ул хаҡлы ғорурлана.
Акцияла «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Улар Республика ҡан тапшырыу станцияһында ҡан тапшырҙы.
Ижади коллективтың теләктәшлек күрһәтеүен Республика ҡан тапшырыу станцияһы вәкилдәре лә хупланы. Белгестәр билдәләүенсә, плазма һәм уның компоненттары һәр ваҡыт кәрәк, ул бер ҡасан да артыҡ булмай.
Республика ҡан тапшырыу станцияһында яҡынса 10 тоннанан ашыу ҡан компоненты һаҡлана. Ул мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында йыйылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бер донор 3 кешенең ғүмерен ҡотҡара.
Нурзилә Усманова







