"Бөгөн был байрамды 20 мең муниципаль хеҙмәткәр, депутат, муниципаль учреждение вәкилдәре билдәләй. Барығыҙға ла фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, яуаплылыҡ өсөн рәхмәт. Һеҙ муниципалитет үҫеше, иҡтисадты һәм социаль өлкәне яҡшыртыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Һеҙҙең ныҡышмалылыҡ, әүҙемлек күп проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә, тормошто яҡшыртырға мөмкинлек бирә ", тиелә Республика Башлығы ҡотлауында.







