Иранда Башҡортостан вәкиллеген асыу ҡарала

Бөгөн Радий Хәбиров Мәскәүҙә Иран ислам республикаһы вице-президенты Сорена Саттари менән осрашты. “Һуңғы йылдарҙа беҙ партнерҙарыбыҙҙы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә эҙләйбеҙ. Был эш тәүге емештәрен бирә башланы. Беларустән машина эшләү предприятиелары менән кооперацияға нигеҙ һалына, Ҡаҙағстан һәм башҡа дәүләттәр менән сауҙа-мәҙәни бәйләнештәр булдырыла”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы. “40 йыл дауамында санкция шарттарында йәшәгән Иран иҡтисади һәм технологик яҡтан үҫешә. Ул тышҡы баҫымға ҡаршы тороуҙа ҙур тәжриәбәгә эйә. Беҙ был дәүләт менән төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ”, - тине ул.

Иранда Башҡортостан вәкиллеген асыу ҡарала

Башҡортостан делегацияһы май уртаһында Тәһрандә үткән нефть-газ күргәҙмәһендә ҡатнашырға ниәтләй. Тиҙҙән Иран нефтенә 115 йыл тула. Иран вәкилдәрен Өфөгә башҡорт нефтенең 90 йыллығына арналған сараларға көтәләр. Әле Башҡортостан университеттарында был илдән 60-ҡа яҡын студент белем ала. Уларҙың күбеһе буласаҡ табиптар.

Фото №1 - Иранда Башҡортостан вәкиллеген асыу ҡарала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ