Башҡортостанда Рәсәй фәндәр академияһының биш база мәктәбе булдырылған

Белем усаҡтарының өсәүһе Өфөлә, ҡалған икәүһе Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала урынлашҡан. Йәйге каникулда ла ғалимдар уҡыусыларҙы ғилемгә ылыҡтырыу эшен дауам итә.

Сираттағы осрашыу баш ҡаланың 93-cө физика-математика лицейында ойошоролдо. Белгестәр химия өлкәһендәге яңы асыштар, кешенең тән һәм үҫемлектәр күҙәнәктәре тураһында лекция уҡыны, төрлө лаборатор тәжрибәләр уҙғарҙы.

Ғалимдар 7-11-cе синыф уҡыусылары өсөн асыҡ дәрестәр ойоштороп, уларҙы ғилми тикшеренеүҙәргә йәлеп итә, профилле фәндәр буйынса Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлендәге төрлө олимпиада, конференцияларға әҙерләй. Проект һәләтле балаларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән, үҙенә күрә профиориентация. Әйткәндәй, Рәсәй фәндәр академияһының база йөҙҙән ашыу мәктәбе илдең башҡа төбәктәрендә лә эшләй.

Фото №1 - Башҡортостанда Рәсәй фәндәр академияһының биш база мәктәбе булдырылған

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ