Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн Мәскәүҙә Иран Ислам Республикаһының Фән һәм технологиялар буйынса вице президенты Сорена Саттари менән осрашыуҙан һуң биргән интервьюла белдерҙе.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, 40 йылдан ашыу ҡаты санкция шарттарында йәшәгән ирандар тышҡы күренештәргә ҡаршы тороу буйынса бай тәжрибә туплап, үҫеш юлынан бара. Осрашыу барышында яҡтар ауыл хужалығы, нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү, машиналар эшләү һәм фән өлкәләрендә хеҙмәттәшлек юлдарын барланы.
Ике республиканың бизнес даирәләре араһында хеҙмәттәшлекте нығытырға килеште. Яҡын арала республикалар араһында рәсми эш сәфәрҙәре менән алышыу ҙа көтөлә. Шулай уҡ Тегеранда Башҡортостан вәкиллеген асыу мәсьәләһе өйрәнелә.
Үҙ сиратында Иран вәкилдәре шулай уҡ осрашыу һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Ислам Иран Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Казем Джалали Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәренең киң булыуын билдәләне. Джалали әфәнде осрашыуҙың эшлекле бәйләнештәрҙе нығытасағына ышаныс белдерҙе.
Гөлдәриә Йосопова




