Башҡортостан Донбастан һәм Украина төбәктәренән күсенгән ике тиҫтәгә яҡын кешене ҡабул итте

Тимер юл вокзалында уларҙы төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, ирекмәндәр ҡаршы алды. Тыуған йорттарын ташлап китергә мәжбүр булған граждандарҙы Өфө шифаханаларының береһенә ваҡытлыса урынлаштырыу ҡаралған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Симферополь-Пермь» йүнәлеше буйынса хәрәкәт иткән поезд Өфөлә туҡтағас Донецк халыҡ республикаһы һәм Херсон өлкәһенән күсенергә мәжбүр булған ун ете кеше, шул иҫәптән өс бала перронға сыҡты. Барыһының да күҙҙәрендә - билдәһеҙлек. Шулай ҙа хәүефләнергә урын юҡ. Тимер юл вокзалында уларҙы йылы ҡаршы алдылар. Һәр кем ваҡытлыса йәшәү урыны менән тәьмин ителәсәк.

Херсонда хәрбиҙәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп, эвакуация автобусына яҙылдыҡ. Артабан беҙҙе поезға ултыртып, Башҡортостанға ебәрҙеләр. Юл арытманы. Рәсәйгә оло рәхмәтлебеҙ.

Алёна, Херсон өлкәһенән килеүсе

Мин милләтем буйынса русмын. Күңелем дә һәр ваҡыт Рәсәйгә тартылды. Бында беҙҙең улыбыҙ йәшәй. Шуға Башҡортостанда документтарҙы теүәлләгәс тә, уның янына юлланабыҙ.

Ирина Мажарова. Херсон өлкәһенән килеүсе

Махсус операция башланғандан алып Башҡортостанға Донбастан һәм Украина төбәктәренән етмешкә яҡын кешенең үҙаллы килеүе билдәле. Улар башлыса туғандарында, дуҫтарында урынлашҡан. Бөгөн иһә республика йәнә бер төркөмдө ҡаршы алды.

Был категория граждандар өсөн шифахана-профилакторийҙарҙа ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторолған. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса уларға тейешле социаль ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Документтарын тергеҙеү, эш урындары менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә хәл ителә.

Максим Забелин, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе

Тимер юл вокзалы биләмәһендә Донбастан һәм Украинанан килеүселәр коронавирусҡа эскпресс-тест тапшырҙы. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса барыһы ла сәләмәт булыуы билдәләнде.

Әйткәндәй, был аҙнала Башҡортостанға тағы ла бер эшелон килеүе көтөлә.

Бөгөн ҡаршы алынған тәүге төркөм Өфө шифаханаларының береһенә урынлаштырыла. Унда уларға бушлай туҡланыу ойошторола. Миграция, халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте вәкилдәре лә консультациялар уҙғара

Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ике меңгә яҡын кеше килергә тейеш. Мәжбүри күсенеүселәргә бушлай медицина, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ балаларҙы мәғариф учреждениеларына урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителәсәк.

Фото №1 - Башҡортостан Донбастан һәм Украина төбәктәренән күсенгән ике тиҫтәгә яҡын кешене ҡабул итте
Выборы 2026

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ