Башҡортостанда балалар лагерҙарын балаларҙың йәйге ялына әҙерләү дауам итә

Учреждение етәкселәренә әле үк хәүефһеҙлек талаптарын тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. Документҡа ярашлы, ял үҙәктәрендә короновирус таралыуын, балалар менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарын булдырмау, малай-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн саралар ойоштороу маҡсаты ҡуйыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостанда быйыл йәй 1500-ҙән ашыу балалар лагеры эшләр тип күҙаллана. Тик бының өсөн учреждение хеҙмәткәрҙәре ПЦР-тест тапшырып, бөтә биналарҙы тәртипкә килтерергә тейеш. Малай-ҡыҙҙарҙың хәүефһеҙ ялын ойоштороу мәсьәләһе Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы тарафынан үткәрелгән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә тикшерелде.

Лагерҙағы һәр яңы смена алдынан хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тикшереләсәк. ПЦР-тестан тыш, ашҡаҙан-эсәк инфекцияһы таралыуҙы булдырмау шарт, шуға ла анализдар тапшырыу мотлаҡ талап. Бынан тыш, биләмәләрҙе талпандарҙан эшкәртеү, матди-техник базаның әҙерлеген тикшереү өҫтөндә эш алып барыласаҡ.

Республика лагерь һәм шифаханаларында июндән-август аҙағына тиклем 350 мең бала сәләмәтлеген нығытасаҡ. Уларҙың ялын күңелле һәм хәүефһеҙ үткәреү өсөн төрлө ведомство вәкилдәре йәлеп ителә.

Былтырҙан алып Рәсәйҙә балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса «Кэшбек» программаһы эшләй. Уға ярашлы лагерға һатып алынған юлламаның 50 процентын кире ҡайтарырға мөмкин.

Фото №1 - Башҡортостанда балалар лагерҙарын балаларҙың йәйге ялына әҙерләү дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ