Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы төҙөүселәр араһында «Һөнәр оҫтаһы» конкурсын ойошторҙо. Бәйгелә биш ҡатнашыусы көс һынашты. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Бәйге етди әҙерлек талап итә. Эш урынында тәртип булдырыу - уңыштың яртыһы, ти Тарас Савенко. Һәр ҡатнашыусыға төҙөлөш материалдары һәм эш ҡоралдары өсөн урын әҙерләнгән.
«Һөнәр оҫтаһы» конкурсында ҡатнашыусыларға Т рәүешендәге конструкция төҙөү бурысы ҡуйылды. Электр һәм лазер ҡоролмалар ҡулланыу тыйыла. 15 йылдан ашыу төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе Марат Яҡшыбаев конкурста ҡатнашыу өсөн Ҡырмыҫҡалы районынан килгән.
Конкурс Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы бинаһында үтте. Уҡыу йортонда 15 йүнәлеш буйынса төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре әҙерләнә. Әлеге ваҡытта ике меңдән ашыу студент белем ала, уларҙың береһе бәйгелә көс һынаша.
Конструкцияны төҙөү генә түгел, уның техник талаптарға тура килеүе лә мөһим. Баһалағанда үлсәүҙәрҙең дөрөҫлөгө, хәүефһеҙлек сараларының үтәлеүе, эш урынының таҙалығы ла тикшерелә.
Дөйөм һөҙөмтә буйынса «Һөнәр оҫтаһы» конкурсында Айрат Ғәйнуллин еңеүсе тип билдәләнде. Ул республика данын Волга буйы федераль округы кимәлендә яҡлаясаҡ. Һөнәри бәйге июндә Һарытау ҡалаһында үтә.
Әлфинә Килдейәрова




