Өфө лимонарийында «Абилимпикс» милли чемпионатының төбәк этабы ойошторолдо

Мөмкинлектәр сикһеҙ. Өфө лимонарийында «Абилимпикс» милли чемпионатының төбәк этабы ойошторолдо. Күләмле ярыштың «Ландшафт дизайн» компетенцияһында республиканың дүрт коррекция мәктәбе уҡыусылары көс һынашты. Улар өс сәғәт эсендә бәләкәй баҡса фрагментын төҙөргә тейеш ине.

Һәр ҡатнашыусы сәскә-декоратив үҫемлектәр, төҙөлөш материалдары һәм эш ҡоралдары менән тәьмин ителде. Балаларҙың ижади эштәрен махсус комиссия баһалай. Еңеүсе артабан ил кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Фото №1 - Өфө лимонарийында «Абилимпикс» милли чемпионатының төбәк этабы ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ