Кесе Ватанына тоғро меценаттар

Йөрәгендә – атайсал. Өфө ҡалаһында йәшәгән Айҙар Әлибаев тураһында Кесе Ватаны - Салауат районы Тирмән ауылында йәшәүселәр шундай фекерҙә. Ул ағаһы Әнүәр Әлибаев менән «Атайсал»дың меценаттарына әйләнгән. Ағалы-ҡустылылар мәсет төҙөткән, яугирҙар мемориалын яңыртҡан.

Бер нисә йыл дауамында Әлибаевтар төбәк-ара саңғы ярышы уҙғарып килә. Кесе Ватанына тоғро меценаттар республиканың «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Яуҙан әйләнеп ҡайтҡан һәм һуғышта башын һалған һәр ауылдашының исемен Айҙар Әсүәт улы Әлибаев яттан белә. Тыуған ауылы Тирмәндән үҫмер сағында уҡ сығып китһә лә атайсалы уның күңелендә мәңгелеккә урын алған.

Айҙар Әлибаев – һөнәре буйынса хәрби табип. Запастағы полковник. Бер туған ағаһы Әнүәр хәрби юрист. Ул да полковник, әле хаҡлы ялда, Хабаровск ҡалаһында йәшәй. Алыҫ Көнсығышта булһа ла Кесе Ватан менән бәйләнеше өҙөлмәгән. Ағалы- ҡустылылар Тирмәндең барлыҡ яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйған. БТР-ҙы ҡоралһыҙландырыу һәм постоментҡа ҡуйыу өсөн киткән сығымдарҙы улар тулыһынса үҙ иҫәбенә башҡарған.

Тирмән меценаттары бер нисә йыл дауамында тыуған ауылдарында саңғы ярышы уҙғара. Хәҙер инде ул төбәк-ара статус алған һәм республиканың «Атайсал» проектына индерелгән.

Саңғы ярышына йыйылған балалар һәм үҫмерҙәрҙе эҫе сәй һәм һалдат бутҡаһы менән һыйлау өсөн ағалы-ҡустылы Әлибаевтар йәнә оборона министрлығының келәттәренән ялан кухняһы яҙҙырып алған.

Айҙар һәм Әнүәр Әлибаевтарҙың тыуған ауылдарына ярҙам шәлкеме мәсет һалыуҙан башланған. Иман йорто боронғо нигеҙендә, йәғни революцияға тиклем ауыл мәсете торған урында күтәрелгән. Бюджеттың төп өлөшө йәнә офицерҙар иңенә төшкән.

Ауылдаштарға хөрмәт һәм атайсалды хәстәрләү яҡшы миҫалында йәш быуын Әлибаевтарҙан үрнәк ала. Шуларҙың береһе Зөфәр Зарипов. Ул Тирмән ауылы эргәһендәге «Командир» шишмәһенең тирә-яғын төҙөкләндергән. Ауыл халҡы өсөн йәнә бер таҙа эсәр һыу сығанағы барлыҡҡа килгән. Был эште лә ул «Атайсал» проекты ярҙамында башҡарған.

Ауылдаштар фекеренсә, «Атайсал» яҡташтарҙың көсөн берләштерә. Яҡташлыҡ көсө яңы башланғыстарға этәргес бирә. Тирмән ауылы миҫалында ғына «Атайсал» проектының һөҙөмтәһе асыҡ күренә. Уны бойомға ашырыуға Кесе Ватанына тоғро замандаштарыбыҙ ҙур ихласлыҡ менән ҡушылыуы шатлыҡлы күренеш.

Фото №1 - Кесе Ватанына тоғро меценаттар

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ