Бөгөн Владимир Лениндың тыуған көнө

Ул 1870 йылдың 22 апрелендә хәҙерге Ульяновск ҡалаһында донъяға килә. “1917 йылғы революцияның төп ойоштороусыһы һәм етәксеһе Владимир Ильич тарихта һәм халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырҙы”, - ти билдәле ғалим Нурислам Ҡалмантаев.

Бөгөн Владимир Лениндың тыуған көнө

Пролетариат юлбашсыһы 1924 йылдың 21 ғинуарында вафат була. Владимир Лениндың кәүҙәһе Ҡыҙыл майҙанда төҙөлгән Мавзолейға урынлаштырыла. Совет власы йылдарында ҡала һәм ауылдарҙа Ленинға һәйкәлдәр ҡуйыла. Ленин ордены һәм премияһы булдырыла. 90-сы йылдарға тиклем Мәскәүҙә Ленин Үҙәк музейы эшләне. Ойошма, завод һәм предприятиелар юлбашсы исеме менән атала. Рәсәй социаль-сәйәси тарих дәүләт архивында Владимир Лениндың 30 меңдән ашыу документы һаҡлана.

Фото №1 - Бөгөн Владимир Лениндың тыуған көнө
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ