Өфө тимер юл вокзалында мәжбүри күскенселәрҙе ҡаршы алдылар. Улар медицина тикшереүе үткәс, ваҡытлыса йәшәү урыны - “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына оҙатылды. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин әйтеүенсә, күскенсәләргә тейешле ярҙам күрһәтелә
Әле Башҡортостанда Украинанан 70 кеше йәшәй. Улар үҙ аллы килеп туғандары һәм яҡындарында һыйыныу тапҡан. Яҡын арала тағы 500 кеше килеүе көтөлә.







