Беларусь республикаһынан 11 трактор ошо көндәрҙә эш башлай. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан миллиард ярым һумға коммуналь техника алырға ниәтләй.
Башҡортостандағы дилер үҙәге етәксеһе Арсен Ғафаров белдереүенсә, техниканы ремонтлау менән ҡатмарлыҡтар булмай. Тракторҙар тулыһынса Рәсәй һәм Белоруссия деталдәренән эшләнгән.
Быйыл Башҡортостанға 200 коммуналь техника алыу планлаштырыла.







