Проектта Мәсетле районы вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәтә. Тыуған яғына ярҙам итеүселәр араһында Фәниә Тәхәүетдинова айырым урын биләй. Ул Екатеринбургта йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең Ишәле ауылына ҡайта. Тәүҙә эште иман йортон төҙөүҙән башлай.
Эшҡыуар ауылда икмәк бешереү цехын да аса. Унда биш эш урыны булдырылған. Фәниә Тәхәүетдинова бар эштәрҙе лә улдары менән бергә башҡара.
“Атайсал” программаһы буйынса Мәсетле районында 8 күләмле эш башҡарылған.







