“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Беҙ бергә булғанда ғына ауырлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән “Рәсәй өсөн” музыкаль-патриотик фестиваль барышында шулай тип белдерҙе. Концерт Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хуплау белдереү маҡсатында ойошторолдо.
“Беҙ бөгөн халҡыбыҙ менән. Беҙ Рәсәй өсөн һәм Президент менән!” Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Римма Үтәшева һәм Эльвира Айытҡолова шулай тип белдерҙе.
“Бөгөнгө музыкаль-патриотик фестиваль халыҡ берҙәмлегенең символы”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйышылы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
“Рәсәй өсөн!” музыкаль-патриотик марафоны илебеҙҙең алты федераль округында үтә. Уға 12 апрелдә старт бирелде. Фестивалгә төрлө округтарҙағы 30 ҡала ҡушыла. Әле баш ҡалала Карина Низамова һәм Зәйнетдин этно коллективы сығыш яһаны. Сараның ҡунаҡтары “Ва-Банк” һәм уның лидеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Скляр, шулай уҡ Сергей Галанин етәкселегендәге “СерьГа” төркөмө.










