Был эш – төҙөлөштәге иң яуаплы һәм ауыр процесс. Ә үткәүелдә бындай бетон өрлөктәр 36 берәмек буласаҡ. Ябай терәүҙәрҙең күпер формаһы алыу мәлен Радий Хәбиров та күҙәтте. Нуғай ауылы халҡына тағы күпме тығындарҙа торорға тура килер һәм үткәүел ҡасан сафҡа инәсәк? Айнур Кәбиров ҡыҙыҡһынды.
260 тонна ауырлыҡты күтәрә алған кран бетон урҙаны терәүҙәргә һала. Тимер юлы өҫтөнән төҙөлә башлаған үткәүел, ниһайәт, күпер формаһы ала башланы. Был тарихи ваҡиғаны Нуғай ауылынан ғына егерме меңдән ашыу кеше түҙемһеҙлек менән көтә.
Төҙөүселәргә 3 тороҡта 36 урҙа һалырға кәрәк. Уларҙың һәр береһенең оҙонлоғо 33 метр. Процесс технологик яҡтан ҡатмарлы, әммә яйға һалынған эш. Ә бына тап тимер юлы өҫтөнөнән үтәсәк тороҡҡа етди әҙерлек талап ителә.
Урҙалар һала башлау һәр төҙөлөштә лә мөһим мәл һанала. Был осорҙо эштәрҙең яртыһы тамам тип аңларға ла мөмкин. Ысынлап та , Нуғай үткәүеле проекты 40 процентҡа теүәлләнгән, ти төҙөүселәр. Тейешле 600 мең ҡомдоң 200 мең кубометры индерелгән. Газ, һыуүткәргестәр үҙгәртеп ҡоролған.
Әле водителдәр тимер юлы аша үтеү өсөн көн дә бер сәғәткә тиклем ваҡытын сарыф итә. Төҙөүселәр, юл михнәттәре киләһе йылдың йәйендә тамаланыр, тип вәғәҙәләй. Әлегә иһә түҙемлек һаҡларға ғына кәңәш итә алалар.
Айнур Кәбиров







