Төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, һаулыҡ һаҡлау , мәғариф һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләүсе 48 кеше республика етәксеһе ҡулынан лайыҡлы бүләк алды. Башҡортостан башлығы һәр кемдең фиҙакәр хеҙмәте республика үҫеше өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне.
Бүләкләнеүселәр дәүләт кимәлендәге баһаны хеҙмәт коллективының емеше булараҡ ҡабул итә. Улар фекеренсә, юғары награда артабан дәртләнеп эшләргә булышлыҡ итә.





