Башҡорт дәүләт университеты «Яңы офоҡтар» тип исемләнгән мәғрифәтселек форумына ҡушылды

Күләмле сара «Рәсәй өсөн» музыкаль-патриотик марафоны сиктәрендә илдең утыҙ ҡалаһында үтә.

«Ғилем» йәмғиәте белгестәре бөгөнгө геосәйәси процестар тураһында лекциялар менән сығыш яһай. Шулай уҡ производствоның төрлө өлкәләре үҫеше буйынса фараздарын еткерә. Импортты алмаштырыу, заманса технологиялар ҡулланыу һәм бизнес-проекттар буйынса яңы мөмкинлектәр менән таныштыра. Тыңлаусылар булараҡ юғары уҡыу йорто студенттарынан тыш, республиканың йәштәр берләшмәләре лидерҙары саҡырылған.

Форумда Рәсәйҙең тарихы, донъяла биләгән роле тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ лекторҙар төрлө милләт халыҡтарының йолалары менән таныштырҙы. Хәйриәлек, ирекмәнлек темалары ла күтәрелде.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университеты «Яңы офоҡтар» тип исемләнгән мәғрифәтселек форумына ҡушылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ