Баймаҡ ҡалаһы көслө көрәшселәрҙе асыҡланы

175 спортсы Баймаҡ районы хакимиәте башлығы кубогына үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса республика турнирында көс һынашты. Йәш батырҙарҙың сығышын Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров күҙәтте.

Баймаҡ районынында милли спорт төрөн үҙ итеүселәр арта. Беҙҙең спортсыларҙың республика һәм бөтә рәсәй турнирҙарында сағыу еңеүҙәре урында көрәште үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылыуын күрһәтә. Шуға ла Баймаҡ келәме барыһын да бергә йыя.

Дәрт һәм теләк кенә спортсмендарҙы һәм уларҙың тренерҙарын еңеүгә әйҙәй. Һәм үҙ һөһөмтәһен бирә. Әгәр келәмгә сығаң икән, тимәк еңеү өсөн генә Тип билдәләй Хәйбулла районы командаһы.

Көрәш – ул көслөләр спорты. Асылда көрәш - көслө рухлы, тәртипле башҡортты тәрбиәләү алымы. Турнирға республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан иң көслө көрәшселәр йыйылған ине. Шуға ла ярыш ябайҙан булманы. Келәмде береһенән-береһе көслөрәк батырҙар алыштырып торҙо.

Республика турнирында еңеүселәр хакимиәт башлығынан аҡсалата сертификаттар, бүләктәр, грамоталар тапшылырлды, Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнде. Спорт ярыштары сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булыуын тағы бер тапҡыр күрһәтте, һәм быуындың күсәгилешлелеге традицияларына тоғролоҡ күрһәттегеҙ.

Фото №1 - Баймаҡ ҡалаһы көслө көрәшселәрҙе асыҡланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ