Өфөлә күренекле композитор Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә саралар ойошторола

Өфөлә күренекле башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Дмитрий Шостакович, Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә саралар ойоштороу дауам итә. Уға быйыл 65 йәш тулған булыр ине. Халыҡ сәнғәте республика үҙәгендә уҙған сираттағы тамашаға билдәле сәнғәт әһеленең яҡындары, уҡыусылары һәм ижадын һөйөүселәр йыйылды.

Салауат Низаметдинов 56 йәшендә генә вафат була. Ҡыҫҡа ғүмерендә күренекле шәхес сағыу музыкаль әҫәрҙәр ижад итеп ҡалдыра. Ул яҙған эстрада йырҙарын, опера, симфоник, камера, хор әҫәрҙәрен, романстарҙы төрлө быуын йырсылары башҡара. Талантлы маэстро 2005-2009 йылдарҙа Башҡортостан композиторҙар союзын етәкләй.

Фото №1 - Өфөлә күренекле композитор Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә саралар ойошторола

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ