Рәми Донбаста. Быйыл көҙ «Шағир көндәлеге» фильмы прокатҡа сығасаҡ. Әле уның режиссеры Булат Йосопов ижади төркөм менән йомғаҡлау эпизодтарын төшөрә.
Ул Рәми Ғариповтың 112-се Башҡорт атлы дивизияһы эҙенән синыфташтары менән Донбасҡа ойошторолған экспедицияла ҡатнашыуы тураһында. Кино төшөрөү майҙанында БЮТ каналының ижади төркөмө булды.
“Шағир көндәлеге”ндә Рәми Ғариповтың үҫмер һәм егет ҡорона ингән осорон Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 4-се курс студенты Линар Бәйетов уйнай. Йәш актерға бәхет йылмайған. Сөнки профессиональ театр сәхнәһенә аяҡ баҫмаҫ элек уға илдә танылған кинорежиссер Булат Йосопов фильмында төп ролде тәҡдим иткән.
Рәми атаһын һуңғы тапҡыр 9 йәшендә – 1941 йылда, һуғыштың тәүге көндәрендә үк уны фронтаҡа оҙатҡан көндә күргән. Буласаҡ шағирҙың атаһы яу яланында ятып ҡалған. Уның тураһында ғаиләһе “Хәбәрһеҙ юғалған!”тигән ҡағыҙ ғына ала. Фильмда һуғыштан һуңғы йылдарҙа яу юлы эҙҙәренән үткән үҫмер малайҙың кисерештәре сағылдырыла.
Фильмдың продюсеры билдәләүенсә, был ысын мәғәнәһендә халыҡ фильмы буласаҡ. Быға тиклем көндәлектәрҙән уҡып белгән шағирҙың күңел солғаныштарын, уй-кисерештәре менән зәңгәр экрандар аша танышыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
Әле шулай уҡ быға тиклем төшөрөлгән кинотаҫмалар монтажлана, студияла геройҙарҙың тауыштары яҙыла, интертауыштар барлана һәм көйләнә. Ижадсылар нәфис фильмдың премьераһын көҙгә вәғәҙә итә.
Рәмилә Исмәғилева




