Башҡортостанда гастроль менән «Донбасс» йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаны

«Беҙ бергә». Башҡортостанда гастроль менән «Донбасс» атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаны.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында улар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән берлектә концерт ҡуйҙы. Сара Донецк халыҡ республикаһы ижади коллективтарының Рәсәйҙәге гастролдәре сиктәрендә үтте.

Әйтергә кәрәк, ике коллектив араһында дуҫлыҡ электән килә. «Ата- бабаларыбыҙҙың һәм йәш егеттәребеҙҙең ҡаны менән һеңгән дуҫлыҡ», – тине Радий Хәбиров ике яҡтың тығыҙ хеҙмәттәшлеге тураһында.

«Донбасс» – Донецк халыҡ республикаһының йөҙөк ҡашы. Ансамбль 1937 йылда ойошторолған һәм «Шахтер» исеме менән танылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында коллектив Көньяҡ фронтта бригада менән меңләгән концерт ҡуйған. «Кавказды обороналау өсөн» һәм «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Халыҡ- ара фестивалдәр лауреаты Өфө сәхнәһендә икенсе йыл рәттән. Тамашасыны ижади төркөмдәр алтын мираҫындағы бейеүҙәре, йырҙары менән һөйөндөрҙө.

Фото №1 - Башҡортостанда гастроль менән «Донбасс» йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаны

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ