Буласаҡ табиптар старт һыҙығында

Башҡорт дәүләт медицина университетында мәктәп уҡыусылары өсөн викторина һәм спорт ярышы ойошторолдо. Медицина йүнәлеше буйынса асылған класстарҙа белем алыусы малай-ҡыҙҙар тиҫтерҙәре менән көс һынашты.

Төбәктә буласаҡ табиптарҙы әҙерләү синыфтары Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында асылған. Был йүнәлештә барлығы 10 класс ойошторолған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Отҡор, шуҡ һәм етеҙ малай-ҡыҙҙар спорт ярышында көс һынаша. Башҡорт дәүләт медицина университетында ойошторолған фестивалдә ҡатнашыусылар мәктәпте тамамлағас ошо уҡыу йортонда белем алырға өмөтләнә. Махсус программаға ярашлы республикала өлкән синыфтар өсөн медицина класстары асылған.

Мәктәп дәрестәрендә үк университет программаһы менән танышҡан уҡыусылар төплө белемле, һөнәре менән йәштән үк таныш белгестәр булыр тигән ышаныс бар. Университет программаһын үҙләштереп артабан аспирантурала уҡырға теләүселәр һаны артыр, тип ниәтләй фестивалде ойоштороусылар.

Медицина йүнәлешендә уҡыусылар фестиваль сиктәрендә викторинала ҡатнашып, тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Саранан һуң улар университет ҡарамағындағы клиникала ҡатмарлы операция барышын күҙәтте.

Фото №1 - Буласаҡ табиптар старт һыҙығында

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ