Күп мәҙәниәтле мөхиттә һүҙ сәнғәте һәм журналистика проблемалары: тарихы , хәҙергеһе һәм киләсәге. Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Ул халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды.
Фекер алышыуҙа Рәсәй төбәктәренән тыш, Әзербайжан, Төркмәнстан, Ҡаҙаҡстан һәм башҡа дәүләттәрҙең ғалимдары, тел белгестәре, төркиәтселәр ҡатнашты.
Конференция Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм көнсығышты өйрәнеү факультуты башланғысы менән ойошторолдо.
Филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин әйтеүенсә, халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы йәш быуынға еткереү.
Гөлдәриә Йосопова




