Краснокама районында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Яңы Ҡайынлыҡ ауылындағы медицина учреждениеһы яңы бинаға күсте. Әһәмиәтле ваҡиға төбәк халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде. Урындағы етәкселек аҡ халатлыларҙың эшен еңеләйтеү маҡсатында принтер бүләк итте.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты күп функциялы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Яҡын киләсәктә яңы ФАП-тар Краснокама районының башҡа ауылдарында ла барлыҡҡа киләсәк.

Ауылдың элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты заман таптарына яуап бирмәгән. Өҫтәүенә, иҫке йортта йылы һыу ҙа булмаған. Яңыһын ремонтлауға 1 миллион 100 мең һум самаһы аҡса йәлеп ителгән. Сығымдар район бюджетынан һәм бағыусылар тарафынан бүленгән. Яңы Ҡайынлыҡ ауылындағы медицина учреждениеһы 450-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.

Фото №1 - Краснокама районында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ