Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа законға үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы, референдум көнөндә граждан шул ваҡытта булған урында тауыш бирә ала. Алдан беркетмә таныҡлыҡ алырға талап ителмәй. “Мобиль һайлаусы” системаһы ошондай тәртип буйынса эшләй. Республика парламетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡанунға үҙгәреш күберәк кешеләргә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Проект апрелдәге пленар ултырышта ҡарала.







