Башҡортостанда шәхси клиникаларҙа 20-нән ашыу сирҙән бушлай прививка яһатырға була

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалау тураһындағы законға үҙгәреш индерҙе. “Хәҙер дәүләт поликлиникаларында ғына түгел, шәхси медицина учреждениеларында ла түләүһеҙ вакцина эшләтеү мөмкинлеге булдырыла”, - ти парламент рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Башҡортостанда шәхси клиникаларҙа 20-нән ашыу сирҙән бушлай прививка яһатырға була

Эпидемиологик күрһәткестәр буйынса профилактик прививкалар календарына 24 сирҙән вакцина индерелгән. Улар араһында коронавирус, ҡотороу, талпан энцефалиты, А һәм В гепатиты, себер түләмәһе, холера һәм башҡа ауырыуҙар бар.

Фото №1 - Башҡортостанда шәхси клиникаларҙа 20-нән ашыу сирҙән бушлай прививка яһатырға була
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ