Бөгөн Өфөлә халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үтә. “Ижадсының оҫталығын төрлө яҡлап күрһәтеү маҡсатын ҡуйҙыҡ”, - ти сараның сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова.
Тамаша “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Киске сәғәт 7-лә башлана.







