1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында шартлау була. Ул донъялағы иң ҙур ядро фажиғәләренең береһе иҫәпләнә. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә бөтә союздаш республикалар ҡатнаша. “Хәрби комиссариаттан повестка алдыҡ һәм Чернобылгә юлландыҡ”, - ти Өфөнән Марат Юламанов һәм Мансаф Кәримов.
“Улар ысын батырҙар. Ил ҡушҡанды үтәнеләр. Иптәшем менән Украинла таныштыҡ, ғаилә ҡорҙоҡ”, - ти Чернобыль аварияһы ливидаторҙарының береһе, “Чернобыль” инвалидтар һәм ветерандар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гүзәлиә Нечаева.
Быйыл Чернобыль фажиғәһенә 36 йыл тула. Ошо уңайҙан баш ҡалала һәм республикала саралар үтә. Мәҫәлән, бөгөн Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында тантаналы митинг була. Унда ҡатнашыусылар Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һала. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.







