Тыва дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡалаға гастроль менән килде

Өфөләге тәүге гастролдәр. Тыва дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡалаға"Ҙур гастролдәр" федераль проекты сиктәрендә килде. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкцияға бәйле тамашалар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә үтте.

Тыва артистары "Мин Будда!","Иссуибуоси", "Рикки-Тикки-Тави" тип аталған өс иң сағыу һәм ҡабатланмаҫ постановкаларын ҡуя. Кескәй тамашасыларға тәҡдим ителгән тәүге спектаклдә 2500 йыл элек булған хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. Кескәй тамашасыны бармаҡ буйлыҡ ҡына япон малайының ҡыйыулығы әсир иткән..

Тывалар гастроль программаһын Редьярд Киплингтың "Рикки-Тикки-Тави"әҫәре буйынса ҡуйылған һинд фантазияһы менән тамамланы. Тыва дәүләт ҡурсаҡ театры ҡуйған тамашаларҙа мөмкинлектәре сикләнгән кескәй тамашасыларға ла спектакль ҡарау мөмкинлеге булдырылды.

Махсус редактор тамашалар араһында тома һуҡыр балаларға геройҙарҙың кейеме, характеры, сәхнәлә ниндәй хәрәкттәр барыуы тураһында тулыраҡ итеп аңлатты. Тамашасы яҡшы кәйеф, ә актерҙар был гастролдән рух күтәренкелеге һәм ижади эш өсөн көс алған.

Тамашасы ихлас, беҙ ул ихласлыҡты балаларҙың күҙ ҡарашынан тойҙоҡ.

Уян Монголби, Тыва дәүләт ҡурсаҡ театры артисы

Бик оҙон юл үтеп килдек, әммә үкенестәр юҡ. Кескәй тамашасылар беҙҙең сығыштарҙы ыңғай эмоциялары менән байытты. Өфөлә беҙҙең театрҙы аңлаусы һәм ихлас ҡабул иткән тамашасылар барлығына ҡыуандым.

Чадомба Айдыз, Тыва дәүләт ҡурсаҡ театры художество етәксеһе
Фото №1 - Тыва дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡалаға гастроль менән килде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ