Башҡортостан мәктәптәрендә һәр аҙна башында дәүләт байраҡтары күтәреләсәк

Был акция бөгөн дүрт мәктәптә үтте. Уларҙың береһе Өфөнөң Дим районындағы «Смарт» полилингваль күп профилле гимназияһы. Тантанаға БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова шаһит булды.

Өфөнөң Дим районы «Смарт» полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары өсөн уҡыу аҙнаһы үҙенсәлекле башланды. Иртә менән кластар тантаналы линейкаға йыйылды. Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреү бәхете уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы шайморатовсылар класы уҡыусыларына тейҙе.

Мин беренсе тапҡыр байраҡ күтәрәм. Ҙур яуаплылыҡ икәнен аңлайым. Шуға күрә әҙерәк тулҡынланыу ҙа булды.

Данил Сабирйәнов, Өфөнөң «Смарт» 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусыһы

Данилдың тулҡынланыуы юҡҡа булып сыҡты. Яуаплы бурысты «шайморатовсы» яҡшы үтәне. Ә бына гимн һүҙҙәрен уҡыусылар күптән инде яттан белә. Быйылғы уҡыу йылының һәр көнө гимназияла Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлауҙан башланған.

Республика мәктәптәре өсөн был яңы тәжрибә. Гимн аҫтына дәүләт байрағын күтәреү башҡа илдәрҙә күптән йолаға әйләнгән. Тантаналы сара балаларға илһөйәрлек тойғоһон ғына түгел, һәр кем илебеҙҙең күп быуатлы тарихының бер өлөшө икәнен тойорға мөмкинлек бирә.

Полилингваль мәктәптәр – ул үрнәк алырлыҡ белем усаҡтары. Бында белем биреү процесы патриотик тәрбиә биреү менән йәнәш бара. Уларҙың был йоланы башлап ебәреүе башҡаларға өлгө булып тора. Республиканың ҡалған мәктәптәре лә 11 майҙан уҡыу аҙнаһын яңы форматта башлаясаҡ.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Балаларға патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә аҙна һайын дәүләт флагтарын күтәреү һәм гимндар башҡарыу тәжрибәһен Рәсәй Мәғариф министрлығы тәҡдим иткәйне. Башҡортостан был тәҡдимде беренселәрҙән булып үтәй башланы. Хөкүмәт ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров яҡын арала бар мәктәптәрҙе дәүләт байраҡтары менән тәьмин итергә ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендә һәр аҙна башында дәүләт байраҡтары күтәреләсәк
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ