Башҡортостан буйынса «Үлемһеҙ полк» акцияһында 450 мең кеше ҡатнашыр тип күҙаллана

Был турала бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында белдерелде. Күләмле сара ике йыл тәнәфестән һуң быйыл тәүге тапҡыр оффлайн форматта ойошторола. Шулай уҡ Еңеү көнөнә арналған тантаналарҙа Мәскәүҙә йәшәгән данлыҡлы яҡташыбыҙ, контрадмирал Батыргәрәй Зөлҡәрнәевтың ҡатнашыуы көтөлә. Ә тамашасылар алдында билдәле сәхнә йондоҙҙары Лев Лещенко һәм Николай Басков сығыш яһай. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған ошо һәм башҡа темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы республика райондарын берләштерә. Шәмбе генә муниципаль берәмектәрҙә 85 меңдән ашыу ағас ултыртылған, уларҙың бер өлөшө 2 метрҙан да бейегерәк ағастар. Йәшелләндереү сараһында 200 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. Бынан тыш, ҡала-райондарҙа экологик өмәләр ҙә ойошторола. Урам-ихаталарҙың таҙарыуы һиҙелә, әммә эште дауам итергә кәрәк, тине Радий Хәбиров.

Республика баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре лә гөрләй, 44 район ҡыр эштәрен башлаған. Майҙандарҙың 25 процентында дым ҡаплау тамамланған, 15 төбәк иһә иртә иген культураларҙы сәсеүгә төшкән. Шулай уҡ орлоҡто ағыулау, яғыулыҡ-майлау материалдарын әҙерләү бара. Ауыл хужалығы культуралары майҙандары баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып билдәләнә.

Оператив кәңәшмәлә Бөйөк Еңеү байрамын билдәләү хаҡында ла һүҙ барҙы. 9 майҙа баш ҡалала традицион парад уҙа, быйыл сарала Мәскәүҙән данлыҡлы яҡташыбыҙ, контрадмирал Батыргәрәй Зөлҡәрнәев ҡатнашыр тип көтөлә. Тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә гильза һалыу тантанаһы уҙа.

Байрам көнөндә Өфө тамашасылары алдында билдәле эстрада йондоҙҙары Лев Лещенко менән Николай Басков та сығыш яһай. Быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы ла ике йыл тәнфестән һуң оффлайн форматта уҙа.

Баҫыу эштәре, экологик акциялар ғына түгел, көн йылыныу менән халыҡ тәбиғәт ҡосағына ла ашҡына. Был үҙ сиратында урман янғындарына килтерә. Оператив кәңәшмәлә төбәктә 1 майҙан янғынға ҡаршы көрәш режимы индерергә хәл ителде.

Тағы ла бер мөһим бурыс йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү менән бәйле. 11 майҙан белем усаҡтарында флаг күтәреү, гимн башҡарыу менән саралар уҙа башлай.

Фото №1 - Башҡортостан буйынса «Үлемһеҙ полк» акцияһында 450 мең кеше ҡатнашыр тип күҙаллана

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ