Башҡортостанда «Судья» журналының «Мәғлүмәт клубы» ойошторолдо

Өфөлә Юғары суд биләмәһендә пилот проект булараҡ ғәмәлгә ашырылған сарала республика судтарының мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Осрашыуҙа суд системаһы эшмәкәрлеге тураһындағы материалдарҙың һанын арттырыу, сифатлы баҫмалар әҙерләү, журналистар менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдары тураһында фекер алышынды. «Мәғлүмәт клубы» сиктәрендә тәжрибәле белгестәр репортаж әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Был сара Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй суд системаһы өсөн әһәмиәтле. Пилот проект булараҡ Башҡортостан республикаһын һайланыҡ, сөнки бында хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә көслө, тәжрибәле белгестәр эшләй. Беҙ улар менән хеҙмәттәшлекте киңәтеп артабан яңы проекттар өҫтөндә эшләрбеҙ, тигән өмөттәбеҙ.

Елена Поврова, «Судья» журналы мөхәррире урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостанда «Судья» журналының «Мәғлүмәт клубы» ойошторолдо

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ