Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 334 523 кеше яҙған

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес ун өс меңгә күберәк. Диктант яҙыу буйынса мең ярымдан ашыу оффлайн-майҙансыҡ ойошторолдо, шулай уҡ эштәр интернет аша ла ҡабул ителде.

Телде башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр өсөн айырым текстар әҙерләнгәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле акцияға 2015 йылда Башҡорт дәүләт университеты коллективы тарафынан старт бирелгәйне. Дүрт йыл элек ул халыҡ-ара статус алды.

Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән билдәле ғалимдар, тел белгестәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты өсөн махсус тел нормалары әҙерләгәйне. Улар менән Өфөләге күп профилле һөнәрселек колледжында үткән Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ентекләберәк таныштырҙылар.

Юғары уҡыу йорттарында ла төньяҡ-көнбайыш башҡорттары белем кимәлен тикшереп ҡарай алды. Башҡорт дәүләт университетында ғына был төркөмдә илленән ашыу кеше ҡатнашты,өфөләрҙән тыш, Илеш, Благовещен, Асҡын, Ҡариҙел, Дүртөйлө райондарынан килеп диктант яҙыусылар ҙа булды.

Фото №1 - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 334 523 кеше яҙған

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ