Салауат районының иң боронғо ауылдарының береһе «Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылды

Айыҡ Лағыр. Салауат районының иң боронғо ауылдарының береһе «Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылды. Моңло йырсылар, дәртле гармунсылар һәм оҫта ҡуллы тимерселәр төпләнгән ауылда әле урам байрамдары үтә. Уларҙың береһенә БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин шаһит булды.

Лағырҙа буҙа, сәйҙән ҡала, икенсе иң йыш ҡулланылған эсемлек. Һоло тәнгә сиххәт бирә, ә ауылдаштар хәҙер күңеле менән сәләмәт тормош яҡлы. Байрамдар айыҡ, табындар мул. Кәйефте гармун моңо күтәрә.

Лағырҙа моңло халыҡ йәшәй. Өй һайын йырсы, йорт аша тиерлек гармунсы. Дәртле халыҡ «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабында еңеп сыҡҡан. Әле улар республика кимәлендә көс һынашырға әҙерләнә. Саралар шәлкеме төҙөлгән. Төп урын урам байрамдарында.

Лағыр Салауат районының боронғо ауылдарының береһе. Топонимдың килеп сығышы, немец телендәге лагерь һүҙенә бәйле. Риүәйәттәрҙән билдәле булыуынса, Әй йылғаһы буйындағы ауыл эргәһендә Салауат батыр ғәсҡәренең лагеры урынлашҡан.

Баян һуҙған кеүек Айҙар Ғаззалов тимер бөгә. Уның оҫталығы бөтә тирә-йүнгә билдәле. Эшләгән әйберҙәре сәнғәт әҫәре. Оҫта ҡулында тимер киҫәктәре сәскә ата. Хеҙмәт емешенән тотош халыҡ кинәнә. Иң мөһиме: тимерсе айыҡ тормош яҡлы.

Айыҡлыҡ хәрәкәтенең алғы һыҙығында ауыл ағинәйҙәре. Йола һәм ғөрөф- ғәҙәттәр, рухиәт һаҡсылары тамбурлы сигеү түңәрәге ойошторған. Был төр биҙәктәр төньяҡ көнсығыш төбәктәргә хас. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу башланғысы ла тап ағинәйҙәрҙеке.

Лағыр магазиндарында хәҙер алкоголь һатыу сикләнгән. Ағыу менән йәшертен сауҙа итеүселәр бөтөнләй юҡҡа сыҡты,- ти урындағы власть вәкилдәре.

«Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүҙән бигерәк, ҡатнашыу мөһим тигән фекерҙә Лағырҙар. Бәйге рухи тамырҙарҙы нығытып, заман афәтенә ҡаршы көрәшкә урындағы йәмәғәтселек көсөн берләштергән. Тимәк, иң мөһим еңеүҙәр алда әле.

Фото №1 - Салауат районының иң боронғо ауылдарының береһе «Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылды

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ