Мәскәүҙә «Түбәтәй. Көнсығыш баҙар» алыҡ-ара мәҙәниәт фестивале тамамланды. Дүрт көн дауамында барған күләмле сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ҡурай моңо аҫтында дефиле. Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале подиумында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшлекле костюм коллекцияһы. Моделдәрҙең ҡайһы берҙәре XIX быуат башҡорт кейемдәренең заманса тура күсермәһен дә тәшкил итә. Барыһы ла ҡулдан эшләнгән.
Ә был – стилләштерелгән заманса кейем комплекты. Республиканың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына хас орнаменттар менән байытылған. «Түбәтәй. Көнсығыш баҙар» форумында Башҡортостандан йәмғеһе биш ижади берләшмә ҡатнашты. Улар араһында эре предприятиелар ҙа, бәләкәй ателье дизайнерҙары ла бар. Әлеге сара бигерәк тә илдең баш ҡалаһында йәшәүсе милләттәштеребеҙ өсөн ҡулай булды. Рәмзиә Ғәйфуллина Мәскәүҙә 1977 йылдан бирле.
Фестивалдең исемен есеменә тап килтереп, төрки халыҡтары үҙ милли түбәтәйҙәрен тәҡдим итте. Улар араһында башҡорттарҙың боронғо баш кейеме айырым урын биләне.
Башҡорт түбәтәйенең формаһы, орнаменты аша танырға мөмкин. Бөгөн республикала традицион нигеҙҙә эшләгән ойошмалар етерлек, тик һатыуҙа ғына юҡ. Ателье, предприятиеларҙың фирма магазинында ғына тап итергә мөмкин. Бөгөн форумдың мөмкинлеген файҙаланып билдәле замандашыбыҙ, скульптор Салауат Щербаков та түбәтәйле булды. Әйткәндәй, былтыр сараға 6 меңдән ашыу кеше тамаша ҡылһа, быйыл тағы ла күберәк. Сөнки ҡатнашыусыларҙың да географияһы йылдан-йыл арта.
Азат Ғәлиуллин







